0%

Күмер батыр

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Күмер батыр (әкиәт)
автор Азат Хәлилов
Ижад итеү ваҡыты: 2001. Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Башҡортостан китап нәшриәте "Әсе шәкәр" Азат Хәлилов




Урал батырҙың Һомайҙан тыуған Иҙел, туғандарынан айырылып тәүҙә, көнбайышҡа, унан төньяҡҡа юл алған. Бара торғас юлында тағы ла ике батыр осраған. Уларҙың исемдәре лә уныҡы кеүек икән. Өс аҙаш кәңәшләшеп, юлды бергә дауам итергә булғандар. Баҡтиһәң, улар ҙа халыҡты яфаларҙан ҡотҡарыр өсөн сыҡҡандар икән. Бер-береһенә мөрәжәғәт итер өсөн исемдәрен береһе Аҡ, икенсеһе Күк, өсөнсөһө Ҡара ҡушымталары ҡушып атарға килешкәндәр, ти. Шулай итеп Ағиҙел, Күгиҙел, Ҡариҙел булып киткәндәр,ти. Уларҙың артынан ағып килгән йылғалар хәҙер ҙә шулай атала, ти. Бергә ҡушылғас, улар алыҫтан уҡ килеүсе Аҡ Иҙелде үҙҙәренең башлыҡтары итеп күргәндәр.

Күп тә үтмәй ете юл сатында ҡаршыға бер сәсән осраған. Сәсән уларға былай тип һамаҡлаған:

Ғәйнә батыр буламын,

Ил гиҙергә сыҡҡайным,

Ҡама батыр илендә,

Ҡунаҡ булып ятҡанда,

Ябырылды аждаһа.

Ҡама батыр бер үҙе,

Ҡыйрата алмай яуызды,

Уға ярҙамсы кәрәк,

Шуға күрә юлымды

Был юҫыҡҡа борғайным,

Урал батыр уландарын

Осратмаммы, тигәйнем.

Күреп торам, балалар,

Һеҙҙә, моғайын, бергәләп,

Бәхет юллап сыҡҡанһығыҙ,

Кем батырҙар булаһығыҙ,

Урал батыр уландарын,

Ҡайҙан эҙләргә икәнен

Өйрәтһәгеҙсе миңә.

Батырҙар уға үҙҙәренең хәлен һөйләп биргән. Ғәйнә сәсән Урал батырҙың улы Ағиҙел осрағанға бик шатланған,ти.

Улай булғас, батырҙар

Юлығыҙҙы үҙгәртеп,

Көнбатышҡа төшөгөҙ,

Ҡама батырға яуыздан

Ҡотолорға ярҙамлашып,

Аждаһаны юҡ итеп,

Халыҡҡа ирек яулап,

Китегеҙсе,- тигән,ти.

Батырҙар сәсән күрһәткән яҡҡа китеп күп тә үтмәй, Ҡама батырҙың Аждаһа менән һуғышҡанын күреп ҡалғандар, ти. Уларҙы күреп, Аждаһаның хәле бөткән, ти. Ҡама батырға, киреһенсә,өҫтәлә генә барған, ти.

Аждаһаны тураҡлап, төрлө яҡҡа быраҡтырғандар. Халыҡ иркенлекк, байманлыҡҡа сыҡҡан. Өс көн, өс төн байрам иткәс, Ҡама батыр батырҙарға:

-Минең өс ҡыҙым бар. Шуларҙы һеҙгә биреп, кейәүҙәр яһайым,- тип мөрәжәғәт иткән.

Ағиҙелгә- Сөйөмбикә оҡшаған, Һөйәрбикә менән Таңсулпан Күгиҙел менән Ҡариҙелгә йәрәштерелгән, ти. Байрам туй табынына әүерелеп тағы алты көн дауам иткән.

Ағиҙел менән Сөйөмбикә Ҡама батыр илендә йәшәй башлағандар,ти. Уларҙың ике улы тыуған. Беренсеһен Күмер, икенсе улдарын Аҡтаныш тип атағандар. Батырҙар ай үҫәһен, көн үҫеп, йыл үҫәһен ай үҫеп батыр булып киткәндәр, ти. Иҙел батыр бер көн уландарына:

- Аҡтаныш, һин, төпсөк малай булараҡ, был илдә ҡалаһың. Ә ағайың Күмер мин тыуып үҫкән яҡтарға барып халыҡтың хәл- торошон белһен, туғандарымдан сәләм алып килеп торһон тип, Күмергә йылға буйлап барырға ҡушҡан, ти.

Етәккә бурлы бейәне алып, уға аҙыҡ артмаҡлап, үҙе ҡола бейәгә атланып юлға сыҡҡан. Ағиҙел йылға буйлап барғанда барған, халыҡтың байманлыҡта йәшәгәнен күреп ҡыуанған. Шулай бара торғас, йылғаның ҡапыл боролған урынында халыҡтың ыҙа сиккәнен күргән Уға:

-Беҙҙең яҡтарға Аждаһа эйәләште. Шайтан менән икәүләп халыҡты бөлдөрә. Көйөр батыр бер үҙе алыша, әлегә еңә алмай,- тигәндәр. Күмер Көйөр батырға ярҙамға ашыҡҡан. Ай айҡашҡандар, ти, былар, йыл айҡашҡандар,ти. Барыбер еңгәндәр Аждаһаны ботарлап, ҙур күлгә быраҡтырғандар,ти. Шайтан, ҡурҡышынан ер тишегенә кереп китер өсөн, эргәләге йылғаға сумған. Шул урында ер тишелеп, йылға ла ер аҫтына киткән, ти .Тик бер аҙҙан, ер өҫтөнә кире сығып, тыныс ҡына ағыуын дауам иткән,ти. Халыҡ ул йылғаға Шайтан тип исем биргән. Йылғаның ер аҫтынан аҡҡан урынын Шайтан сумған тип исемләгәндәр. Аждаһа ташланған күлде Аждаһа күле тип йөрөтә башлағандар,ти.

Күмер батыр менән Көйөр батыр шатланып, мәңге дуҫ булырға һүҙ ҡуйышҡан. Күмер юлын дауам итәм тиһә, ҡапыл хәлһеҙләнеп, аяҡтан йығылған. Батыр һиҙмәй йөрөгән икән, Шайтан уға үҙенең ағыулы уғын атҡан булған.

Күмер батыр шунда үлеп ҡалған. Уның кәүҙәһен Көйөр батыр үҙ иленең иң бейек урынына ерләткән. Күп ғүмер уҙған. Көйөр батыр ҙа мәрхүм булған. Уның балалары Көйөргәҙе йылғаһы буйында йәшәүен дауам иткән, ә Күмер батыр һөйәктәренән барлыҡҡа килгән мәтдәне күмер тип атағандар. Халыҡ уны өйөн йылытыр өсөн ҡулланған.

Тора-бара был урында ҡала барлыҡҡа килгән. Был ҡала кешеләре күмер сығарып халыҡҡа таратҡан, йәшәү сығанағы- йылы өләшкән. Был ҡала Күмертау тип атала.